МӘҘӘНИӘТ
29 Ноябрь 2023, 17:44

Садовыйҙар клублы булды

*

Садовыйҙар клублы булдыСадовыйҙар клублы булды
Садовыйҙар клублы булды

Садовый ауылында урындағы мәктәп базаһында клуб асыу тантанаһы булды.

Был мөһим социаль объект район хакимиәте башлығының ауылдар халҡы менән осрашыуы һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылды. Сөнки үткән осрашыуҙарҙа  садовыйҙар  мәҙәниәт учреждениеһына бәйле мәсьәләне хәл итеүҙе һорағайны

Мәҙәниәт усағы  урындағы мәктәп базаһында асылды. “Башзолото” предпрятиеһының бағымсылыҡ ярҙамына  мәктәп бинаһы ремонтланды.  50 тамашасы һыйҙырмалы зал, сәхнә,  төрлө түңәрәктәр эше өсөн бүлмә һәм китапхана булдырылды.  Был уңайлы шарттар  ауыл кешеләренең буш ваҡытын йәнле һәм төрлө яҡлы итеү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырҙы.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас