Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев башлап ебәргән #Изгеподписка акцияһына ҡушылып, Аҡъяр ауылынан аҙ тәьмин ителгән ғаиләгә “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитен яҙҙырам.
Әйткәндәй, #Изгеподписка акцияһына теләгән һәр кем ҡушылып, хеҙмәт ветеранына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә йәки туғандарына “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитен бүләк итә ала.
Әйҙәгеҙ, яҡташтар, изге эшкә әүҙем ҡушылайыҡ!
#добраяподписка