Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Ноябрь , 23:51

“Сулпылар” күгендә яңы йондоҙ балҡый!

Ул Аҡъяр сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Нурзилә Әптекова!

“Сулпылар” күгендә яңы йондоҙ балҡый!
“Сулпылар” күгендә яңы йондоҙ балҡый!

“Сулпылар” күгендә яңы йондоҙ балҡый!

Ул – Әптекова Нурзилә! Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында «Сулпылар -2023» йыр-моң бәйгеһенең финалы үтеп тә китте. Акьяр сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Нурзилә Әптекова, лайыҡлы рәүештә 3 урын алыуына сикһеҙ шатбыҙ һәм ғорурбыҙ! Етәксеһе Гөлназ Фәрит ҡыҙы Иманова менән йыл буйына барған бәйгенең бөтә һынауҙарын бергә үтеп, Нурзилә финалда сығыш яһаны. Призер! Афарин! Ҡотлайбыҙ!
«Смайл » хореография ансамбле (етәксеһе Л. А. Хусаинова) ярҙамында сығыш матур, сағыу килеп сыҡты. Финалда Нурзилә беҙҙең яҡташтарыбыҙ башҡорт теле уҡытыусыһы Ләйсән Йәнйегетова һәм беҙҙең мәктәпте тамамлаған Наҙгөл Вахитованың йырын оҫта итеп башҡарҙы. Наталья Богатенковаға сәхнә образын тыуҙырғаны, Сергей Захаров йырға аранжировка яһағаны өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шулай, берҙәмлектә көс!
Был сарала Элина Ҡужагильдина, «Сулпылар-2021 » лауреаты, ҡунаҡ сифатында саҡырылды һәм йырын бүләк итте . Афарин!


Хәйбулла районы халҡына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, сөнки һеҙҙең ярҙамығыҙ менән Нурзилә “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында ла еңеүсе тип танылды.

Кесе Ҡоролтай - Хәйбулла районы

 

Автор:
Читайте нас в