

Конкурс положениеһы буйынса, ҡатнашыусылар 20 минуттан да оҙағыраҡ булмаған сәхнә композициялары формаһында йола традицияларын тәҡдим итте.
Конкурсты ойоштороусылар ҡатнашыусыларға үҙҙәренең таланттарын күрһәтеү һәм сығыш яһау өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн ҙур эш башҡарҙы. Жюри саҡырылып, улар башҡарыу оҫталығын, репертуарҙың төрлөлөгөн һәм конкурсанттарҙың артистизмын баһаланы.
Улар тамашасыларға һәм жюриға традицион башҡорт йырҙарын һәм бейеүҙәрен, шулай уҡ башҡорт халҡының тарихы һәм көнкүреше темаһына “Килен бирнәһе”, “Ураҡ өҫтө”, “Яуға оҙатыу”, “Кис ултырыу”,”Йома сәйе”, “Ҡорамалар”, “Яусылау”, “Өмәлә”, “Өс йәнде имләү”, “Ҡайын-ҡабаҡ буйында”, “Арҡыры юрған эшләү” сағыу фольклор постановкаларын тәҡдим итте.
Иҫ киткес сағыу милли кейемдәр, боронғо көнкүреш һәм хеҙмәт әйберҙәре менән биҙәлгән, сәхнә түрен яулаған коллективтарҙың сығыштарын тамашасылар һоҡланып ҡарап ултырҙы. Баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе билдәләү еңел булмағаны. Шулай итеп, жюри йомғаҡтары буйынса урындар түбәндәге тәртиптә бүленде:
Гран-при – Мәмбәт ауылының “Туржы буйы ынйылары” фольклор коллективы (етәксеһе Вәсилә Мәмбәтова)
I урын – Иләс ауылының “Етегән” халыҡ фольклор коллективы (етәксеһе Зилә Шәрипова), Йәнтеш ауылы “Ағинәйҙәр” клубының фольклор ансамбле (етәксеһе Фәниә Арыҫланова), “Бүләк” йыр һәм бейеү ансамбле (етәксеһе Әлфиҙә Ултраҡова),
II урын – Сәғит ауылының “Өлкәнтау гәүһәрҙәре” (етәксеһе Резеда Мәмбәтова), Ғәлиәхмәт ауылының “Беләҙек” фольклор ансамбле (етәксеһе Әлфирә Бикбова), Степной ауылының “Ҡараһыу” фольклор ансамбле (етәксеһе Көнһылыу Ҡоланбаева), Бүребай ауылының “Йәншишмә” фольклор ансамбле (етәксеһе Рәмзиә Ҡолбаева), Сиҙәм ауылының “Миләш” фольклор ансамбле (етәксеһе Миңниса Солтанова).
III урын – Татыр-Үҙәк ауылының “Аманат” фольклор ансамбле (етәксеһе Раушания Таҡаева), Үрнәк ауылының “Суҡ Ҡайын” фольклор ансамбле (етәксеһе Рәүилә Ишемғолова), Баҡал ауылының “Ағинәйҙәр” клубы коллективы (етәксеһе Татьяна Купцова), Ивановка ауылының “Ысыҡ” фольклор ансамбле (етәксеһе Айгөл Ҡужагилдина), Маҡан ауылы “Ағинәйҙәр” клубының фольклор ансамбле (етәксеһе Гөлдәр Ҡәйепова), Первомайский ауылының “Ағуна” фольклор ансамбле (етәксеһе Дилә Ниғәмәтова).
Номинацияларҙа бүләкләнеүселәр:
“Фольклор сәнғәтенә тоғролоҡ” – Кинйәбикә Мәмбәтова (Сәғит ауылы)
“Иң оҫта имсе” – Нәйлә Сөләймәнова (Бүребай ауылы)
“Иң оҫта димсе” – Роза Ғәббәсова (Иләс ауылы)
Конкурста ҡатнашыусы коллективтарҙың барыһына ла дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.