МӘҘӘНИӘТ
11 Ноябрь 2023, 17:23

Беҙҙе йырҙар берләштерә

Өфө ауылында моңло йырҙар, шаян таҡмаҡтар  яңғыраны, кис ултырыу бейеү менән тамамланды  #АйыҡАуыл2023  

Беҙҙе йырҙар берләштерәБеҙҙе йырҙар берләштерә
Беҙҙе йырҙар берләштерә

Беҙҙе йырҙар берләштерә


Был кис Өфө ауылында йыр һөйөүселәрҙе йыйҙы. Бер төркөм ауылдаштарыбыҙ бергәләп йырларға килделәр. Алып барыусы тарафынан тәҡдим ителгән йырҙарҙы күтәреп алып, артабан дауам иттеләр. Икегә бүленеп, таҡмаҡ әйтешеүгә конкурс уҙғарылды, йыр башҡарыуҙа көс һынаштылар.

Һәр ҡатнашыусы үҙенең яратҡан йыры менән ҡыуандырҙы. Кис ултырыу бергә йырлауҙар, бейеү менән тамамланды. Дәртле һәм моңло йырҙар һәр ҡатнашыусыға йәшәү көсө өҫтәне.

 

Трезвое село 2023 с.Уфимский Хайбуллинский район

#АйыҡАуыл2023

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас