

Йәйғор төҫөндәге балҡыштары менән күҙҙе ҡамаштырған балаҫтар - йәнһеҙ әйбер түгел, бармағың тейеү менән уларҙы һуҡҡан оҫталарҙың күңел йылыһы һиңә күскәндәй тойола. Һәр бер балаҫта - быуаттарҙан күскән тәрән мәғлүмәт, йәнде арбар илаһилыҡ. Уларҙа әсәй - өләсәйҙәрҙең матурлығы хаҡында төшөнсәләре, иң яҡты хыялдары, ижади оҫталығы ғына түгел, быуындан-быуынға әйтер һүҙе - изгеләрҙән-изге аманаты һалынған.
Быҙаулыҡ мәҙәниәт йортонда "Балаҫтарза- йән йылыһы" тип исемләнгән балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Балаҫ һуғыу электән килгән йолаларҙың береһе. Был сараға күрше Йылайыр районы Байғужа һәм Яманһаҙ ауылдары ағинәйҙәре килде. Балаҫ һуғыу серҙәрен һөйләп үттеләр, балаҫ һуғыу станоктарның төрҙәре менән таныштырҙылар, еп һуҙыу тәртибе аңлатылды.
Сара бик матур, йәмле аралышыу менән үтте.