

“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә, Федоровка ауылында үткән халыҡтар фестивалендә Өфө ауылында йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡатнашты. Мәҫәлән, Фәнил һәм Альбина Ғәбитовтар татар мәҙәниәтен юғары кимәлдә сәхнәгә сығарҙы.
Ғөмүмән, Өфө ауылында татар халҡы тарихы сиҙәм ерҙәрен күтәреүҙән башлана. Башҡортостандың төрлө ҡалалары һәм райондарынан комсомол юлланмаһы буйынса йәштәр сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен күтәреүгә ағыла. Улар араһында татар милләтенән дә булалар. 50-60-70-се йылдарҙа Йылайыр районының күп ауылдарынан яңы Өфө ауылына күсеп килеүселәр була. Бына улар: Ғәлләмовтар, Ҡоҙаҡаевтар, Хәкимовтар, Ғәлимовтар, Ғәбитовтар, Хунафиндар, Мөҙәрисовтар, Сәйфуллиндар, Хөсәйеновтар, Әлмәтовтар, Ғәниевтар һәм башҡалар. Хәҙер Өфө ауылында уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре йәшәй.
Өфө ауылында, дөйөм алғанда, башҡорттар, рустар, татарҙар, украиндар, әрмәндәр, сыуаштар татыу һәм дуҫ йәшәй. Әлеге ваҡыттан бында 40 татар милләтле кешеләр иҫәпләнә. Улар үҙ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен күтәреп, туған телдәрен һаҡлап йәшәй.
https://vk.com/public222551234
Трезвое село 2023 с.Уфимский Хайбуллинский район