

Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанда “Атайсалға файҙалы эштәр” йылы сиктәрендә, “Хәйбулла хәбәрҙәре”, “Хайбуллинский вестник” район гәзиттәренә, шулай уҡ республика гәзиттәре һәм журналдарына яҙылып, район ауылдары китапханаларына, балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, ауыл клубтарына подписка квитанциялары бүләк итеү акцияһын башланы . Теләгән һәр кем ошо акцияға ҡушыла ала.
Подписканы почтальондар аша, шулай уҡ “Рәсәй почтаһы” почта бүлексәләрендә яҙылырға мөмкин.