МӘҘӘНИӘТ
17 Октябрь 2023, 12:02

Башҡортостан йырсыһы «Ну-ка, все вместе!» федераль вокаль телешоуында ҡатнашты

    

Башҡортостан йырсыһы «Ну-ка, все вместе!» федераль вокаль телешоуында ҡатнаштыБашҡортостан йырсыһы «Ну-ка, все вместе!» федераль вокаль телешоуында ҡатнашты
Башҡортостан йырсыһы «Ну-ка, все вместе!» федераль вокаль телешоуында ҡатнашты

Башҡортостанда билдәле йырсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Әлфиә Ниғмәтуллина «Россия 1» каналында барған «Ну-ка, все вместе!» федераль вокаль проектында сығыш яһаны. Яҡташыбыҙ «Отчего так в России березы шумят» һәм «Ай, былбылым» йырҙарын башҡарҙы.

Төп сығышында ул 98 тауыш йыйҙы, ләкин үҙенең дәғүәсеһенән еңелде. Батлда Әлфиә «Эйфория» хиты менән ярымфиналға сыҡты.

Өфөнән 31 йәшлек йырсы бала сағынан йырлай, өс йәшенән сәхнәлә сығыш яһай. Музыка юғары уҡыу йортон тамамлағас, Әлфиә үҙенең тормошон джаз менән бәйләрмен тип уйлай, әммә ниндәйҙер мәлдә уның тыуған иленең мәҙәниәтенә һөйөү уяна.

«Моғайын, был ата-бабаларыбыҙ саҡырыуы булғандыр,  быны башҡаса аңлата алмайым», — ти йырсы. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас