МӘҘӘНИӘТ
23 Сентябрь 2023, 02:31

Гран-при - хәйбуллаларҙа!

Сибай ҡалаһында мөнәжәт, нәсихәт, Мәүлит Ямалетлиновтың шиғырға һалған Ҡөрьән сүрәләрен башҡарыусыларҙың VIII төбәк-ара конкурсы үтте.

Гран-при - хәйбуллаларҙа!Гран-при - хәйбуллаларҙа!
Гран-при - хәйбуллаларҙа!

Сибай ҡалаһында мөнәжәт, нәсихәт, Мәүлит Ямалетлиновтың шиғырға һалған Ҡөрьән сүрәләрен башҡарыусыларҙың VIII төбәк-ара конкурсы үтте.

Конкурста Белорет, Баймаҡ, Хәйбулла, Стәрлебаш һәм Әбйәлил райондарынан, шулай уҡ Өфө, Сибай ҡалаларынан 70 бәйгесе ҡатнашты.

Һөҙөмтәлә  "Сәсәндәрҙең халыҡ мәктәбе" конкурсында Ишемғолова Миңзифа Ибраһим ҡыҙы етәкселегендәге район мәҙәниәт йорто командаһы Гран-приға лайыҡ булды! Шулай уҡ беҙҙең ҡатнашыусылар Миңзифа Ишемғолова һәм Хәмиҙә Ҡунысбаева - I дәрәжә дипломдары, ә Мәрйәм Билалова һәм Рәсимә Денисламова II дәрәжә дипломдары менән тәбрикләнде. Махсус приздар һәм рәхмәт хаттары менән Фәниә Арыҫланова, Миңзифа Ишемғолова һәм Рәсимә Денисламова бүләкләнде. Хәйбуллаларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Гран-при - хәйбуллаларҙа!
Гран-при - хәйбуллаларҙа!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас