МӘҘӘНИӘТ
21 Сентябрь 2023, 18:09

Музейҙа - "Ҡоштар ҡаласығы"

Хәйбулла районы  музейында Ивановка ауылына Фәүзиә Ураҡованың шәхси коллекцияһы нигеҙендә ойошторолған "Ҡоштар ҡаласығы" күргәҙмәһе асылды.

Музейҙа - "Ҡоштар ҡаласығы"Музейҙа - "Ҡоштар ҡаласығы"
Музейҙа - "Ҡоштар ҡаласығы"

Хәйбулла районы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Ивановка ауылына Фәүзиә Ураҡованың шәхси коллекцияһы нигеҙендә ойошторолған "Ҡоштар ҡаласығы" күргәҙмәһе асылды. Ғәҙәти булмаған коллекцияла 40-тан ашыу әйбер: төрлө ҡош төрҙәре һүрәтләнгән сәғәттәр, статуэткалар, сувенирҙар, яҡтыртҡыстар, копилкалар, асҡыстар. Был предметтар  керамика, полистоун, ПВХ, полимер, ағас һәм башҡа төрлө материалдарҙан яһалған.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Фәүзиә Дәүләтша ҡыҙы коллекцияһы менән таныштырҙы. Ул сувенирҙар һәм статуэткаларҙы нисек йыя башлауы, ни өсөн тап ҡоштарҙы һүрәтләгән әйберҙәрҙе йыйыу менән мауығыуын, үҙенең коллекцияһындағы ҡыҙыҡлы әйберҙәр, ҡоштарҙың серле донъяһы тураһында һөйләне, балаларҙы тәбиғәтте яратырға һәм һаҡларға саҡырҙы. Күргәҙмәнең тәүге ҡунаҡтары 2-се Аҡъяр мәктәбенең 4-се "а" класы уҡыусылары коллекция әйберҙәрен ҡыҙыҡһынып ҡараны,  Фәүзиә Дәүләтша ҡыҙы менән аралашып, уға бик күп һорауҙар бирҙе.

Әйткәндәй, теләгән һәр кем музейға барып октябрь аҙағына тиклем эшләйәсәк ҡыҙыҡлы күргәҙмә менән таныша ала.

Музейҙа - "Ҡоштар ҡаласығы"
Музейҙа - "Ҡоштар ҡаласығы"
Музейҙа - "Ҡоштар ҡаласығы"
Музейҙа - "Ҡоштар ҡаласығы"
Музейҙа - "Ҡоштар ҡаласығы"
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас