

Ошо көндәрҙә Юлбарыҫ ауылының мәҙәни усағында ремонт эштәре бара. Мәктәп бинаһының бер өлөшө биләгән клуб, китапхана һәм ҡаҙанлыҡтың ҡыйығы яңыртыла. Шулай уҡ китапханала иҫке тәҙрәләр яңы пластик тәҙрәләргә алмаштырыла. Эштәрҙе подрядсы – шәхси эшҡыуар Әмир Усманов башҡара.
–Мәҙәни усаҡтың түбәһенән һыу аҡты, ә китапхананың тәҙрәләре иҫкергәс, ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн Юлбарыҫ ауылы халҡы район хакимиәтенә мөрәжәғәт итте. Һөҙөмтәлә рмеонт эштәренә район бюджетынан 500 мең һум самаһы бүленгән. Һәм ошо арала төҙөүселәр эшкә тотондо. Әлеге ваҡытта эшселәр китапханала пластик тәҙрәләр ҡуйыу менән мәшғүл. Бер үк ваҡытта ҡыйыҡ яңыртыла – иҫке шиферҙар урынына профнастил менән ҡаплана. ҡуйҙы. Тиҙҙән ауыл халҡы йылы, яҡты, уңайлы бинаға ҡыуанып йөрөйәсәк. Хеҙмәт шарттарының яҡшырыуына бик шатбыҙ, бөтә көсөбөҙҙө һалып эшләргә тырышасаҡбыҙ, – тине китапханасы Гөлсинә Мәғәфүрова.
Әйтергә кәрәк, Хәйбулла районында мәҙәниәт өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә. Муниципаль программа сиктәрендә район бюджеты средстволары һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә мәҙәниәт учреждениелары махсус ҡорамалдар һәм музыка ҡоралдары менән даими тулыландырыла. 2023 йылға урындағы бюджеттан 6 миллион 950 мең һум бүленгән. Был средстволар Ивановка клубында ҡаҙанлыҡтан бинаға тиклем йылылыҡ трассаһын алмаштырыу, Мәмбәттә мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын һәм ҡаҙанлығын ремонтлау, Вәлит мәҙәниәт усағын өлөшләтә ремонтлау, Үрнәк, Воздвиженка һәм Яковлевка клубтары биналарын ремонтлау, Йәнтеш мәҙәниәт йортон косметик ремонтлау һәм фундаментын нығытыу, Беренсе Мырҙа мәҙәниәт йортоноң ишектәрен алмаштырыуға йүнәлтелгән.
Йылы ла, күркәм дә, заманса йыһазландырылған клубтарға ауыл халҡының хәҙер килгеһе генә килеп торор. Ауылдарыбыҙ йәшәһен, гөрләһен, мәҙәни усаҡтар һүнмәһен!