

«Шафиҡ» оҙон көйө тәүге тапҡыр күренекле йырсы һәм ҡурайсы Ғата Сөләймәнов тарафынан 1938 йылда Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс ауылында Ә.Кәримовтан яҙып алынған һәм 1954 йылда «Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар» китабында баҫылып сыға.
1965 йылда фольклорсы Ниғмәт Шоңҡаров Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы (хәҙер Медногорск ҡала округына ҡараған) Беләүтамаҡ (3-сө Йомағужа) ауылында Яхъя Аҡмырҙиндың (1894 йылғы) «Шафиҡ» йырын башҡарыуын магнит таҫмаһына яҙҙырған. Йырҙың башҡа арианттарын шулай уҡ С. Ә. Галин, А. С. Ключарев, А. М. Ҡобағошов яҙып алған. Йырҙы башҡарыусылар: Сөләймән Абдуллин, Ишҡәле Дилмөхәмәтов, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, Флүрә Килдейәрова. «Шафиҡ» йыры тауыш һәм фортепиано өсөн композитор Рафиҡ Сәлмәнов тарафынан эшкәртелгән.
Риүәйәт буйынса, Аҡъюл ауылында Шафиҡ Ишемғолов исемле кеше оҙаҡ йылдар улус старшинаһы булған. Һәм бер көн уға ниндәйҙер бәхәсле мәсьәлә буйынса хөкөм сығарырға тура килә. Әммә Шафиҡты ғәҙелһеҙ эш итеүҙә ғәйепләп, уға ялыу яҙалар. Һуңынан ул сығарған хөкөм юҡҡа сығарыла. Шунан һуң, ҡулға алыныуҙан ҡурҡып, ул өйөнән ҡасып китә, тиҙәр. Ул ауылдан алыҫ булмаған шишмәгә килә һәм таң атҡансы шунда ҡала. Һәр иртә ҡатыны унда һыу алырға килә һәм шул уҡ ваҡытта уға аҙыҡ килтерә. Ул Шафиҡҡа көршәк ҡыңғырауы менән билдә бирә. Йырҙан күренеүенсә (2 вариант), ул төрмәгә ябыла.
Йырҙың килеп сығыуы улус старшинаһы Шафиҡ Ишемғолов (Шафиҡ сәсән) исеме менән бәйле тигән версия ла бар. Ул властарҙың башбаштаҡлығына ҡаршы сығып, халыҡты үҙ хоҡуҡтарын яҡларға әйҙәгән, батша властарынан ҡасып йөрөп, аҙаҡтан тотолған һәм Себергә һөргөнгә оҙатылған.
Айрат Ҡобағошовтың «Музыкально-поэтическое наследие башкирского народа. Песенное творчество» китабында «Шафиҡ» йырының килеп сығышы тураһында ошондай версия тасуирлана. Тирә яҡта ғилемле һәм грамоталы булараҡ дан алған йәш һунарсы Шафиҡ исемле егет старшина Мәмәтәй Ҡыуатовта ҡаҙнасы булып хеҙмәт иткән. Старшина иһә намыҫһыҙлығы менән билдәле булған. Ул кешеләрҙән һалым формаһында көсләп йәнлек тиреләрен йыйған, ә уларҙы шәхсән үҙенән йәнәһе оҫта һунарсынан булараҡ батша чиновниктарына бүләк иткән. Ул Шафиҡтың һунар итеү табыштарын да үҙе исеменән таратҡан. Бер ваҡыт Ҡыуатов Шафиҡҡа яла яға, йәнәһе ул кешеләргә дәүләт игенен арттырылған хаҡҡа һата, ә айырманы кеҫәһенә һала, тип ғәйепләй. Старшина йәш егетте Себергә һөргөнгә ебәреүгә өлгәшә. Себерҙә Шафиҡ ҡатынынан хат ала, унда үҙенең ауырыуы, ауырлы булыуы һәм балаларын алыуын һорай. Әммә һөргөндәге кешене кем өйөнә ҡайтарып ебәрһен инде Балаларын, Тыуған илен һағынып, Шафиҡ йыр ижад итә, ҡатынына хаттар яҙа, әммә улар яуапһыҙ ҡала.
Өйгә ҡайтыу өмөтөн юғалтып, Шафиҡ һөргөндә икенсе ҡатынға өйләнә. Күп йылдар үткәс, Шафиҡты уның өлкән улы таба. Ул әсәһе, ҡустыһы, уларҙың иҫән-һау булыуы тураһында һөйләй. Шафиҡ Тыуған иленә ҡайтырға була, әммә уның йәш ҡатыны риза булмай һәм асыуланып уны ағыулай. Шафиҡтың улы үс алып ҡатынды үлтерә һәм Тыуған иленә ҡаса. Шафиҡ йырлаған йырҙы уның исеме менән атайҙар һәм шулай башҡаралар.
Шафиҡ
Таң йоҡоларымды йоҡлағанда
Уяндым мин күнәктең тауышына.
Үтеп кенә барған ғүмеремде,
Оҡшаттым мин һыуҙың ағышына.
Ер еләккәйҙәре әсе булла,
Үҙ ваҡытҡайҙары бешмәһә.
Кеше хәлкәйҙәрен Кеше белмәй,
Үҙ башҡайҙарына төшмәһә.
Шафиҡ (вариант)
Яйыҡ ҡына тигән, әй, яйны һыу,
Ситтәренә баҫып, әй, битең йыу.
Сит илдәргә сәфәр сығыр уҡ булһаң,
Иманыңды уҡып, әй, билең быу.
Ер һелкетеп йөрөгән, әй, Шафиҡтың,
Аяҡ-ҡулдарына, әй, бығау һалдылар.
Етем генә ҡалған, әй, балалары,
Зар илашып, әй, тороп ҡалдылар.