

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, бурысығыҙ бармы-юҡмы икәнлеген белеү, иҫәп приборҙары күрһәтмәләрен индереү - быларҙың барыһын да Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы ярҙамында эшләргә мөмкин.
Дәүләт мәғлүмәт системаһы - ул тотош илдән,шул иҫәптән Башҡортостандан, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ торошо тураһында мәғлүмәттәр тупланған берҙәм ресурс.
Хеҙмәттәр өсөн түләүҙән һәм счетчик күрһәтмәләре индереүҙән тыш, портал ярҙамында:
- торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә
- идарасы компанияның лицензияһын тикшерергә
- йортҡа капиталь ремонт үткәреү тураһында белешергә
- онлайн форматта милекселәрҙең дөйөм йыйылышын уҙғарырға
- субсидиялар һәм ташламалар хаҡында белешергә мөмкин.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге идара итеүсе бөтә компания һәм ойошмалар мәғлүмәт системаһында мотлаҡ теркәлергә һәм мәғлүмәт урынлаштырырға тейеш.
Халыҡ өсөн системала айырым теркәлеү талап ителмәй - «Дәүләт хеҙмәттәре»нең раҫланған иҫәп яҙмаһы, шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт» мобиль ҡушымтаһы аша инергә мөмкин.
Ентекле мәғлүмәт – сайтта: https://vk.cc/7mlPP0