

Мин һөйәм ал сәскәләрҙе,
Ал булған өсөн түгел.
Мин һөйәм шул сәскәләргә
Тиң булған өсөн ғүмер!
Йәнтеш мәҙәниәт йортонда "Көҙгө матурлыҡ" тип исемләнгән сәскә байрамы үтте.
Был байрамға матурлыҡҡа ғашиҡ, күңелдәре ижади күркәмлеккә, тормошто тик сағыу төҫтәр аша күргәндәр гөл-сәскәләр байрамына йыйылған. Был көндө ауылдың мәҙәниәт йорто күҙҙең яуын алырлыҡ гөл-сәскәләргә күмелгән.
Сәскә бүләк итеү - мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. Улар кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе йылыта, ышаныслыраҡ итә.
Әлбиттә, матурлыҡтың бер өлгөһө булған сәскәләрҙе кем яратмай икән? Сағыу төҫтәре менән күҙҙе ҡамаштырған сәскәләрҙе кескәй балаларҙан алып ололарға тиклем үҙ итә. Бер байрамда, бер генә тантана ла гөл-сәскәһеҙ үтмәй. Сәскәләр урамдарҙы, баҡсаларҙы, парктарҙы, ихаталарҙы йәмләй, ә бүлмә гөлдәре өйҙәргә ҡайһылай бөхтә итә һуң. Донъяла сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡтыр. Ә ауыл йәмен, бәҫен күтәреүсе, матурлыҡ өләшеүсе, күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләр үҫтереүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ икәләтә матурҙар.
Афариндар!