

Һуңғы йылдарҙа республикала, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, социаль өлкә учреждениеларын, шул иҫәптән мәҙәниәт ойошмаларын төҙөүгә һәм ремонтлауға ҙур иғтибар бирелә. Первомайский ауылы клубы быға сағыу миҫал.
"Мәҙәниәт" милли проектының "Мәҙәниәт өлкәһендә тейешле хеҙмәттәр күрһәткән муниципаль учреждениеларҙы реновациялау, атап әйткәндә, уларҙың объекттарын капиталь ремонтлау проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 15 йылдан Һуң Первомайский ауылы клубы эшмәкәрлеге тергеҙелде. Ауыл халҡы тормошонда мөһим һәм күптән көтөлгән ваҡиға Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, республика хөкүмәте, "Башҡорт баҡыры" предприятиеһы һәм урындағы үҙидара органдарының үҙ-ара уңышлы эш итеүе һөҙөмтәһе булды. Бөтә бина капиталь ремонтланып, мәҙәниәт усағына өр-яңы заманса тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдары, музыка ҡоралдары, оргтехника, мебель һатып алына, яңы сәхнә кейемдәре тегелгән. Хәҙер халыҡтың ижади потенциалын үҫтереү һәм рухи традицияларҙы һаҡлау өсөн ауылда бөтә шарттар бар. Йылы, уңайлы һәм заманса мәҙәниәт усағы ауыл халҡының яратҡан ял итеү урыны булһын һәм үҙешмәкәр сәнғәтте артабан үҫтерһен.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 37-се һанында уҡығыҙ.