

Хәйбулла районы мәктәптәренең уҡыусылары бөгөн башҡорт милли кейемдәрен кейеп, уҡырға килде. Улар дәрестәрҙә милли кейемдәр менән танышты, ҡайһы бер уҡыусыларға район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында боронғо биҙәүестәр өлгөләре менән танышыу бәхете тейҙе.