

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөн йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләйҙәр.
Байрамға 2020 йылда нигеҙ һалынды. Иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә иғтибар итергә мөмкинлек бирә.
Хәйбуллалар йыл һайын был байрамға ихлас ҡушыла. Фотоларҙа Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы медиктары, Юлбарыҫ һәм Быҙуалыҡ ауылдарында йәшәүселәр.