

Хәйбулла районында мәҙәниәт өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә. Быйыл бер нисә мәҙәниәт йорто ремонтланды, шулай уҡ сәхнә костюмдары, музыкаль, яҡтылыҡ һәм тауышты көсәйтеү аппаратураһы багажы яңыртылды. Бөгөн Ивановка ауылында үткән йомғаҡлау сараһы бай көн ваҡиғалары менән тамамланды, унда хәйбуллалар һәм мәртәбәле ҡунаҡтар капиталь ремонттан һуң танымаҫлҡ булып үҙгәргән мәҙәниәт йорто менән таныштыҡ һәм "Бәләкәй Ватан мәҙәниәте" программаһында ҡатнашыуға йомғаҡ яһалды. Өсөнсө йыл рәттән беҙҙең район был программала еңеүсе булды. Быйыл 10 миллион һум күләмендә бүленгән аҡсаға 16 урынлыҡ "Газель" автобусын һатып алынған һәм райондың 11 мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһы йыһазландырылды. Мәҙәниәт усаҡтары яңыртыла, ауыл халҡының ялын ойоштороу өсөн уңайлы шарттар булдырыла.
Ауылдарыбыҙ йәшәһен, гөрләһен, мәҙәни усаҡтар һүнмәһен!