

Татыр-Үҙәк ауылының “Аманат” ағинәйҙәр клубы ағзалары милли Беренсе көлтә байрамын күрһәтте.
Элек ауылдарҙа ураҡҡа төшөүҙең, уңыштың мул булыуын теләүҙең үҙ тәртибе, үҙ йәме булған. Иген өлгөргәс уҙғарылған был байрам. “Беренсе көлтә” сараһында ағинәйҙәр туғыҙ көлтә бәйләне. Был ҙур иген уңышына һәм бәрәкәтле тормошҡа ниәт билдәһе. Беренсе көлтә—беренсе уңыш байрамы. Байрам Татыр-Үҙәк ауылынан фермер Урал Зәкировтың баҫыуында ойошторолдо.
.#УфаМКРБ#УфаРЦНТРБ#ГодПолезныхДелДляМалойРодинывРБ2023#Обряд#Первыйсноп#КультураХайбуллы#Зайбуллинскийрайон#ТатырузякскийСДК.