МӘҘӘНИӘТ
23 Август 2023, 14:22

Юрий Шатуновтың 50 йыллығы көнөндә, Башҡортостанда иҫтәлекле саралар уҙғарыласаҡ

Йырсы донъяға килгән ҡалала мемориаль таҡтаташ асыласаҡ

Юрий Шатуновтың 50 йыллығы көнөндә, Башҡортостанда иҫтәлекле саралар уҙғарыласаҡЮрий Шатуновтың 50 йыллығы көнөндә, Башҡортостанда иҫтәлекле саралар уҙғарыласаҡ
Юрий Шатуновтың 50 йыллығы көнөндә, Башҡортостанда иҫтәлекле саралар уҙғарыласаҡ

6 сентябрҙә, «Ласковый май» төркөмөнөң ваҡытынан алда киткән легендар солисы Юрий Шатуновтың 50 йыллығы көнөндә, Башҡортостанда иҫтәлекле саралар уҙғарыласаҡ. Мәҫәлән, Күмертауҙа буласаҡ артист уҡыған мәктәп-интернат бинаһында мемориаль таҡтаташ асыла. Хәҙер уҡыу йорто Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исемендәге 3-сө республика гимназия-интернаты тип атала.

– Юрий Шатунов бында 1982 йылдан 1984 йылға тиклем уҡый. Ул саҡта уҡыу йорто Ю. Гагарин исемендәге 2-се мәктәп-интернаты тип атала. Гимназиябыҙ бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйыу инициативаһы менән беҙгә Мәскәүҙән йырсының фанаттары мөрәжәғәт итте. Мемориаль таҡтаташты Новосибирскиҙа эшләнеләр, - тип белдергән гимназия директоры Шайморат Тимербулатов. – Гимназияла портреты менән мөйөш һәм Шатунов исемендәге кабинет бар.

Авторы: Ләйлә Аралбаева

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас