МӘҘӘНИӘТ
27 Июль 2023, 15:19

«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә Үзбәкстандың халыҡ артисы сығыш яһаясаҡ

   

«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә Үзбәкстандың халыҡ артисы сығыш яһаясаҡ«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә Үзбәкстандың халыҡ артисы сығыш яһаясаҡ
«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә Үзбәкстандың халыҡ артисы сығыш яһаясаҡ

«Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивалендә үзбәк һәм ҡарағалпаҡ опера йырсыһы Женисбек Пиязов сығыш яһаясаҡ. Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, опера йырсыһының сығышын 12 августа фестивалдең концерт программаһында күрергә мөмкин.

Үзбәкстандың халыҡ артисы, Ҡарағалпаҡстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Женисбек Пиязов Рәсәй, Әзербайжан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Франция, Испания, Португалия, Германия, Австрия, Ҡытай, Корея һәм Малайзияла абруйлы халыҡ-ара конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнашҡан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале 2023 йылдың 11-12 авгусында Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Граф күле янында үтәсәк.

 

фото:Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас