МӘҘӘНИӘТ
26 Июля 2023, 16:00

Башҡортостанда шиғыр һөйләү конкурсы иғлан ителде

Конкурс билдәле шағир, драматург Рәмил Ҡол-Дәүләттең 65 йыллығына арналған

Башҡортостанда шиғыр һөйләү конкурсы иғлан ителдеБашҡортостанда шиғыр һөйләү конкурсы иғлан ителде
Башҡортостанда шиғыр һөйләү конкурсы иғлан ителде

Башҡортостанда билдәле шағир, драматург Рәмил Ҡол-Дәүләттең 65 йыллығы уңайынан республика шиғыр һөйләү конкурсы иғлан ителде. Конкурсты ойоштороусы — «Башҡортостан» ТРК-ның «Бәхетнамә» программаһы.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурсҡа эштәр 20 авгусҡаса ҡабул ителә.

Төп маҡсат — Рәмил Ҡол-Дәүләттең ижадын популярлаштырыу, шағирҙың хәтерен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән саралар үткәреү; нәфис әҙәбиәт уҡыуҙы популярлаштырыу, уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү; шағирҙың ижадын өйрәнеү.

Мәғлүмәтте һәм видеоматериалдарҙы электрон формала yaniliktar@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ  — проекттың рәсми төркөмөндә.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас