

Хәйбулла балалар өсөн моделле китапханаға ҡайһы бер ҡартатай һәм ҡартәсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәре менән килә.
Мәҫәлән, Аҡъярҙан Фәниә Рәхмәтуллина ейәндәре менән килде. Ильяс һәм Данияр Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, оҙайлы йәйге каникулда ҡартатай һәм ҡартәсәйҙәре янында булырға яраталар. Әмирхан инде китапхананың йыш ҡунағы. Уларҙың һәр береһе үҙҙәренә оҡшаған китаптарҙы уҡырға алды. Бергәләп китап һайлап, уҡыуға ни етә инде!
Источник https://vk.com/id292674182