

Михайловка ауылында Шәжәрә байрамы үтте. Быуындар араһындағы бәйләнеште, туғанлыҡты нығытҡан, нәҫел тармаҡтарын барлаған байрамға халыҡ әүҙем генә йыйылды.
Был сара юҡҡа ғына Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө кеүек иҫтәлекле дата менән тап килмәне. Шәжәрә - ул тамырҙары ата-бабаларға барып тоташҡан ҙур ғаилә. Был көндө Михайловка ауылына күп ҡунаҡтар йыйылған, улар бала сағы һәм йәшлеге үткән хәтирәләргә бай булған тыуған төйәгенә ҙур ҡыуаныс менән ҡайта. Ҡунаҡтар араһында был ауылда тыуып үҫкән Николай Григорьев та була, ул Аатаһы Григорьев менән берлектә Михайловка ауылының шәжәрәһен әҙерләй, уға 29 ғаилә инә. Концерт номерҙары менән Пугачево, Ивановка, Аҡташ ауылдарынан фольклор коллективтар һәм Татыр-Үҙәк ауылынан А. Пронькина үҙҙәренең йырҙары менән ҡыуандырҙы, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһынан ҡунаҡтар концерт номерҙары менән килде. Сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ике яугирҙың булыуы байрамға мәртәбә өҫтәне. Дөйөм алғанда, Шәжәрә байрамы матур, ойошҡанлы үтте.
фото:Ивановка ауыл биләмәһе хакимиәте.