

Подольск ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Бикйән Шәйәхмәтовҡа арналған “Уйна, гармун!” район конкурсы үтте.
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн 25 заявка тапшырылған, уларҙың 3-һе район ауыл биләмәләре коллективтары. Гармунсылар береһенән-береһе арттырып, моңло ла, дәртле лә көйҙәр бүләк итте.
Ә абруйлы жюри ағзалары иң-иңдәрҙе билдәләне. Һөҙөмтәлә Гран-прины Атингән ауылынан Ишбирҙе Азаматов яуланы.
Ансамблдәр араһында беренсе урынды “Ҡайтауаз” гармунсылар халыҡ ансамбле, икенсе урынды Азаматовтар триоһы, өсөнсө урынды “Моңдарья” гармунсылар коллективы яуланы.
Балалар араһында беренсе урынға Нурислам Азаматов, икенсе урынға Динислам Кунизбаев һәм өсөнсө урынға Ильяс Азаматов сыҡты.
Ир-егеттәр араһында 1-се урын Нәзиф Ишемғолов, 2-се урын Айҙар Иштанов һәм 3-сө урын Хәбир Маннаповҡа бирелде.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се урынды Зәйтүнә Аслаева, 2-се урынды Гөлгәүһәр Солтанова, 3-сө урынды Әлфирә Юламанова яуланы.
Номинацияларҙа Әхмәтйән Исҡужин, Вячеслав Пархоменко, Насип Арыҫланов, Хәбир Зәйнәғәбдинов, Ғәфүрйән Баязитов, Килдейәр Ҡыуатов, Ҡорбан Карпеев, Әүхәт Карпеев, Зәбир Исҡужиндар билдәләнде.
Бөтә еңеүселәргә лә приздар һәм дипломдар тапшырылды.