МӘҘӘНИӘТ
3 Июль 2023, 16:21

«Башҡорт аты» фестиваленә сит илдәрҙән йылҡысылыҡ буйынса белгестәр килә

    

«Башҡорт аты» фестиваленә сит илдәрҙән йылҡысылыҡ буйынса белгестәр килә«Башҡорт аты» фестиваленә сит илдәрҙән йылҡысылыҡ буйынса белгестәр килә
«Башҡорт аты» фестиваленә сит илдәрҙән йылҡысылыҡ буйынса белгестәр килә

Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров 11-13 августа Баймаҡ районында башҡорт тоҡомло аттарҙың «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторолоуын хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, Татарстан, Тыва, Чечня, Дағстан, Ҡаҙағстан, Төркиә, Азербайжан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән йылҡысылыҡ буйынса белгестәр килә. Урал аръығы хакимиәттәре башлыҡтарына халыҡ-ара сараға әҙерлекте әүҙемләштереү бурысы йөкмәтелгән.

«Урал аръяғы райондарының хакимиәт башлыҡтарынан ошо фестивалдә әүҙем ҡатнашыуҙарын һорайым. Һыбайлыларҙың костюмлаштырылған төркөмөн әҙерләгеҙ. Асылда, был Баймаҡтың ғына түгел, ә тотош Урал аръяғы фестивале», - тине Радий Хәбиров.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, фестивалдең мәҙәни-спорт программаһында «Ылаҡ», «Тай-тулаҡ», уҡтан атыу һәм башҡа ярыштар ойошторола. Ә аттар парадында Башҡортостан райондарынан 350 һыбайлы ҡатнаша. «Башҡорт аты» ҡунаҡтары өсөн «Оҫталар ҡалаһы», милли ризыҡтар фудкорты, «Ҡымыҙфест» фестивале һәм «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты дипломанттарының сауҙа майҙансығы эшләй.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас