

28 июндә Өфөлә X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы барышында «XXI быуат славяндары» республика фестивале ойошторола. Фестиваль профессиональ һәм һәүәҫкәр фольклор коллективтары, халыҡ кәсептәре оҫталары һәм славян кухняһы ҡатнашлығында уҙа, тип хәбәр иттеләр ойоштороусылар.
Фестивалдә Балаҡатай, Белорет, Дыуан, Иглин, Краснокама, Өфө райондарының, Октябрьский, Күмертау һәм Белорет ҡалаларының халыҡ ансамблдәре концерт номерҙары менән сығыш яһай. Махсус ҡунаҡ – «Узорица» төркөмө.
Концерт программаһы көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан рустары соборы.
6+