МӘҘӘНИӘТ
26 Июнь 2023, 11:35

Һыуға тәңкә ташлаһаң, мотлаҡ шунда кире киләһең, тиҙәр...

Беларус рәссамдары   йәнә Башҡортостанға килергә теләк белдерҙе

Һыуға тәңкә ташлаһаң, мотлаҡ шунда кире киләһең, тиҙәр...Һыуға тәңкә ташлаһаң, мотлаҡ шунда кире киләһең, тиҙәр...
Һыуға тәңкә ташлаһаң, мотлаҡ шунда кире киләһең, тиҙәр...

“Башҡортостан балалар күҙе менән” тип аталған Рәсәй-Беларус Халыҡ-ара арт-плэнер республиканың төрлө төбәктәрендә үтә.

Башҡортостан һәм Белоруссиянан 18 рәссам асыҡ һауала үҙ рәсемдәрен яҙҙы. Рәсемдәрҙә—Уҡлы ҡая, Торатау, Нөгөш һәм Павлов һыуһаҡлағыстары, Мораҙым тарлауығы һәм башҡалар.

Туғандаш республиканың рәссамдары Башҡортостандың  хозур тәбиғәтенә һоҡланып,  бында тағы ла килергә теләктәрен белдерҙе.

Арт-плэнерҙең йомғаҡлау эштәрен өйөләр һәм ҡала ҡунаҡтары иртәгә, 27 июндә, 10.00 сәғәттә М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында күрергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас