МӘҘӘНИӘТ
16 Июнь 2023, 12:45

"Палдиски — һәр башҡорт өсөн изге урын"

   

"Палдиски — һәр башҡорт өсөн изге урын""Палдиски — һәр башҡорт өсөн изге урын"
"Палдиски — һәр башҡорт өсөн изге урын"

Эстонияла башҡорттарҙың милли геройы, шағир-сәсән, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында Емельян Пугачевтың иң әүҙем көрәштәштәренең береһе Салауат Юлаевты хөрмәтләп иҫкә алдылар. Уның тыуған көнөн йыл һайын 16 июндә билдәләйҙәр. Салауат Юлаев һәм уның атаһы Балтик портына (Рогервик ҡәлғәһенә, хәҙер Палдиски ҡалаһы) мәңгелек һөргөнгә оҙатылған. Улар ғүмерҙәренең һуңғы көндәрен ошонда үткәргән.

- Палдиски — һәр башҡорт өсөн изге урын. Беҙ Палдискиға бер нисә машина менән килдек. Бик матур ҡояшлы көн ине. Тәүҙә һәр ваҡыттағыса сәскәләр ултырттыҡ. Ҡала хакимиәте Салауат Юлаев бюсы ҡуйылған паркты таҙа тота - үләндәр сабылған, сәскәләр ултыртылған, - ти күп йылдар Эстонияла йәшәгән яҡташыбыҙ, яҙыусы Динә Гаврилова. - Сығышы менән Ишембай районынан булған Хәйҙәр Фәйзуллин мәрхүмдәр рухына бағышлап доға ҡылды.

«Ағиҙел» башҡорт мәҙәниәте ойошмаһы рәйесе Флүзә Хәйруллина башҡорттарҙың үҙаңы өсөн Салауат Юлаевтың әһәмиәте тураһында һөйләне. Уның менән көрәштәштәрен - атаһы Юлайҙы, Ҡәнзәфәр Усаевты һәм башҡаларҙы ла иҫкә төшөрҙө. Флүзә Хәйруллина ҡурай моңо аҫтында Гөлдәриә Йосопованың «Палдиски ҡалаһындағы һәйкәл» шиғырын уҡып ишеттерҙе.

Байрам фотосессияһынан һуң делегация Салауат исеме менән бәйле маяҡҡа юлланды, һаманғаса Салауат рухы йәшәгән, уның диңгеҙ яры буйында тыуған төйәген һағынып йырлаған урындарға барҙы.

- Көнөбөҙ Палдискиҙа, диңгеҙ буйында башҡортса пикник менән тамамланды. Табында ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре бешергән башҡорт милли ризыҡтары, ҡорот һәм үләндәрҙән хуш еҫле сәй бар ине. Ырымбурҙан Артур алып килгән сәк-сәк, Ҡариҙел районынан ҡуйыртылған һөт менән һыйландыҡ, - тип һөйләне Динә Гаврилова. - Сәй артында киләсәккә пландар ҡорҙоҡ. Киләһе йылда Салауаттың тыуыуына 270 йыл тула. Бик күп ҡыҙыҡлы идеялар һәм пландар яңғыраны, барыһы ла тормошҡа ашыр тип ышанабыҙ.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас