

Район мәҙәниәт йортонда А.Яхинаның “Йәйғор ҡалҡҡанда” фантастик мелодрамаһының премьераһы уҙҙы. Уны режиссер Ғәлиә Таһирова һәм “Таналыҡ” халыҡ театры сәхнәләштерҙе.
Спектаклдә кеше яҙмышы, мөхәббәт һәм мөғжизә тураһында бәйән ителә. Төп героиня Рәхилә һуғышта атаһын һәм ағаларын юғалта, әсәһе лә ҡайғынан вафат була, яратҡан кешеһе хәбәрһеҙ юғала. Ғүмере буйына колхозда эшләй, ваҡытында депутат та була, бик күп грамоталарға лайыҡ. Тик үҙ яртыһын таба алмай һәм ғүмере буйы яңғыҙ ғына йәшәй.
Әммә бер саҡ, бала саҡ ырымындағылай хыялы тормошҡа ашыуына ышанып, Рәхилә әхирәттәре менән бергәләп йәйғор аша атлай...
Спектакль бик йылы, көлкөлө һәм бер аҙ моңһоу. Тамашасылар уны тын да алмай ҡарап, артистарҙы көслө алҡыштарға күмде.
Сығанаҡ һәм фотолар: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.