

“Китап байрам” халыҡ-ара йәрминкәһе сиктәрендә, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто “Изгелек подпискаһы” акцияһын башланы.
Теләгән һәр кем, шулай уҡ ойошма-учреждениелар коллективтары “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитен яҙҙыртып, квитанцияһын СВО-ла ҡатнашҡан йәиһә башҡа ғаиләләргә бүләк итә ала. Һеҙҙең изге аҙымығыҙ менән улар ярты йыл буйына башҡорт телендәге район гәзитен уҡып ҡыуаныр. Ә һеҙгә ҡылған изгелегегеҙ сауаптар булып ҡайтыр. Гәзит яҙҙыртыу өсөн Рәсәй почтаһына мөрәжәғәт итергә була йәки редакцияның үҙендә көтәбеҙ.