

10 июндә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Уңыш» стадионында «Ҡорот байрамы» этно-фестивале үтә. Ул традицион һабантуй байрамы сиктәрендә үтәсәк. Райондың һәр ауыл биләмәһе конкурс сиктәрендә башҡорттарҙың популяр милли продукттарының береһе булған ҡорот күргәҙмәһен әҙерләйәсәк.
«Хәйбулла йәйләүе» ихатаһында милли һөт ашамлығын әҙерләү һәм һаҡлау процесы күрһәтеләсәк.
Фестивалдең иң сағыу мәле — иң ҙур ҡорот әҙерләү буйынса Рәсәй рекордын ҡуйыу. «Башинформ» агентлығына хакимиәт башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова хәбәр итеүенсә, рекордты теркәү өсөн Рәсәйҙең рекордтар Китабынан эксперт киләсәк.
Байрамға бик күп ҡунаҡтар саҡырылған, улар араһында «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исеменә лайыҡ булған Эльбрус Ниғмәтуллин да бар. Байрамдың төп геройы — ҡунаҡтарҙы ошо ваҡиғалар менән таныштырыусы «Ҡоротбикә».
—Хәйбулла ере ҡорот әҙерләү буйынса оҫталары менән дан тота. Уңған хужабикәләр әҙерләгән һөт ризыҡтары, ҡорот һәм эремсек төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша һәм райондың брендына әйләнә. Әбеш ауыл биләмәһенең Һаҡмар-Назарғол ауылы бер нисә төр һөт продукцияһы әҙерләй, ул иң ҡиммәтле һәм файҙалы тип һанала. Уны әҙерләү серҙәрен аңларға теләүселәрҙе һәм ҡорот яратыусыларҙы үҙебеҙҙә көтәбеҙ. Ҡорот фестиваленә рәхим итегеҙ, — тип саҡырҙы ойоштороусылар.
6+