Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
30 Май 2023, 21:08

Өлгөрөп ҡал!

Әгәр һеҙҙең йәшегеҙ 16 йәштән 35 йәшкә тиклем икән, республика мәнфәғәтендә үҫешәһегеҙ, ә ижади проекттарығыҙ йәмәғәтселектә танылыу алһа - тиҙерәк заявка ебәрегеҙ! Ваҡыт бар - документтар 2023 йылдың 1 июленә тиклем ҡабул ителә.

Өлгөрөп ҡал!
Өлгөрөп ҡал!

Башҡортостанда Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы һәләтле йәштәргә тапшырыла.

Әгәр һеҙҙең йәшегеҙ 16 йәштән 35 йәшкә тиклем икән, республика мәнфәғәтендә үҫешәһегеҙ, ә ижади проекттарығыҙ йәмәғәтселектә танылыу алһа - тиҙерәк заявка ебәрегеҙ! Ваҡыт бар - документтар 2023 йылдың 1 июленә тиклем ҡабул ителә.

Премияларҙы ике йылға бер тапҡыр Башҡортостан Хөкүмәте тапшыра. Премияның күләме - 150 мең һум.

Премияға дәғүә итеү өсөн түбәндәгеләрҙе күрһәтергә мөмкин:

  тәҡдим ителгәнгә тиклем кәмендә 1 йыл алдан баҫылып сыҡҡан, халыҡ алдында башҡарылған йәки төҙөлгән әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре
  әҙәби әҫәрҙәр - матбуғатта тамамланған килеш баҫылып сыҡҡандан һуң
  музыкаль, театраль, хореографик, цирк, кинематография һәм һынлы сәнғәт әҫәрҙәре - улар менән күргәҙмәләрҙә, матбуғатта, концерттарҙа, театрҙарҙа һәм кинотеатрҙарҙа халыҡ танышҡандан һуң
  архитектура өлкәһендәге эштәр - бинаны, ҡоролмаларҙы йәки биналар һәм ҡоролмалар комплексын файҙаланыуға тапшырғандан һуң.

Иғтибар итегеҙ, коллективтар күрһәтелгәндә дәғүә итеүселәр һаны 5 кешенән артмаҫҡа тейеш.

Эштәрҙе ҡабул итеү адресы - Өфө ҡалаһы, Аксаков урамы, 2-се йорт, 411-се бүлмә, Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының йәштәр башланғыстарына булышлыҡ итеү бүлеге.

Бәйләнештә - йәштәр башланғыстарына булышлыҡ итеү бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Исмәғилева Диана Айрат ҡыҙы, тел. +7 (347) 218-03-08, (эске телефон 305-48). E-mail: [email protected]

Премиялар тураһындағы положение, кәрәкле документтар исемлеге һәм уларҙың формаһы - Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты сайтында: https://molodez.bashkortostan.ru/activity/40117/

Карточкаларҙа - Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты исемен алған республиканың әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге күренекле эшмәкәрҙәре.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Өлгөрөп ҡал!
Өлгөрөп ҡал!
Өлгөрөп ҡал!
Өлгөрөп ҡал!
Өлгөрөп ҡал!
Өлгөрөп ҡал!
Өлгөрөп ҡал!
Автор:Аңлатабыҙ Башҡортостан
Читайте нас: