МӘҘӘНИӘТ
29 Май 2023, 04:02

Ҡырғыҙстанда Айгиз Баймөхәмәтовтың китаптары ете тапҡыр баҫылып сыҡҡан

"Көчө балдары" һәм "Жомоксуз балалыҡ" һәр береһе меңәрләгән дана менән сыҡты һәм шунда уҡ бестселлер булып китте".

Ҡырғыҙстанда Айгиз Баймөхәмәтовтың китаптары ете тапҡыр баҫылып сыҡҡанҠырғыҙстанда Айгиз Баймөхәмәтовтың китаптары ете тапҡыр баҫылып сыҡҡан
Ҡырғыҙстанда Айгиз Баймөхәмәтовтың китаптары ете тапҡыр баҫылып сыҡҡан

Ҡырғыҙстандың "Таалим" нәшриәтенең баш мөхәррире Ҡыялбәк Аҡматов әйтеүенсә, улар Китап байрамына "Шоңҡар" йәштәр журналының мөхәррире, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтың ике китабын алып килгән.

— Ҡырғыҙ телендә ике китап баҫтырып сығарҙыҡ: «Көчө балдары» һәм «Жомоксуз балалыҡ». Һәр береһе меңәрләгән дана менән сыҡты һәм шунда уҡ бестселлер булып китте. Һуңғы ике йылда был китаптарҙы ете тапҡыр яңынан баҫтырҙыҡ инде, сөнки кешеләр уларҙы һорай. Бер китаптың хаҡы 200 соум (беҙҙең аҡса менән 250 һум). Китап уҡыусылар һәм уҡыусылар араһында китаптар популяр. Мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары был китап буйынса конференциялар, конкурстар ойоштора. Тимәк, балалар һәм үҫмерҙәр китап уҡымай тигән фекер дөрөҫ түгел! — ти Ҡыялбәк Аҡматов.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас