Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Май 2023, 09:00

"Урал батыр ерендә йыл китабы" конкурсының һөҙөмтәләре билдәле

Унда 20-нән ашыу нәшриәт ҡатнашты.

"Урал батыр ерендә йыл китабы" конкурсының һөҙөмтәләре билдәле
"Урал батыр ерендә йыл китабы" конкурсының һөҙөмтәләре билдәле

“Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһендә “Урал батыры ерендә йыл китабы” конкурсы үтте, унда 20-нән ашыу нәшриәт ҡатнашты.

Конкурста ҡатнашырға Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан төбәктәренән бөтәһе 80-дән ашыу ғариза бирелгән. Бында ете номинация билдәләнде. Еңеүселәргә наградаларҙы БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев тапшырҙы.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының махсус призына “XVI-XXI быуаттарҙа Беларустың халыҡ сәнғәте” китабы өсөн Минскиҙың "Беларусь” нәшриәте лайыҡ булды.

 Фото: Китап байрамының социаль селтәрҙәге төркөмөнән.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: