Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Май 2023, 09:27

"Томан" Китап байрамына килде

Китап байрамында махсус хәрби операция яугире лә бар.    

"Томан" Китап байрамына килде
"Томан" Китап байрамына килде

Өфөлә тәүге тапҡыр уҙғарылған “Китап байрамы” халыҡ-ара күргәҙмәһенең һуңғы көнө лә үҙенсәлекле сараларға, ҡыҙыҡлы осрашыуҙарға бай.  

"Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире , билдәле шағирә Лариса Абдуллинаның "Заманым йыры" китабының исем туйы ла байтаҡ халыҡты тупланы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә арналған был китапты сығарыу тарихы ла күңелде тетрәндерерлек.

"Башҡортостан" гәзитен башҡорт егеттәре яу ерендә уҡып, Лариса Абдуллинаның шиғырҙарын бик оҡшата һәм "Томан" позывнойлы егет уларҙы бәләкәй генә китапсыҡ итеп сығарыу идеяһын еткерә. Һалдаттарҙың хыялы тормошҡа аша, хәҙер был китапсыҡ кеҫәлә йөрөтөрлөк ҙурлыҡта эшләнгән.

"Томан" позывнойлы егеттең, А. Доставалов исемендәге батальон яугиренең үҙенең дә бөгөнгө сарала ҡатнашыуы осрашыуҙың йөкмәткеһен тәрәнәйтте. Ялға ҡайтҡан егет китаптың исем туйында ҡатнашыуына һөйөнөсөн белдерҙе:

- Махсус хәрби операция биләмәһендә матди яҡтан ғына түгел, рухи ярҙамды ла ныҡлы тоябыҙ. Бындай шиғырҙар рухты күтәрә, - тине ул.

Лариса Абдуллина илһөйәрлек темаһына, махсус хәрби операция яугирҙәренә арналған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Уларҙың һәр береһе күңелдәргә үтеп инерлек, йөрәктәрҙе һыҡратырлыҡ ине. Әйткәндәй, " Томан"ға арналған айырым бер шиғыры ла ингән был йыйынтыҡҡа.

Осрашыуҙа йырсы- композитор Филүс Бөркөттөң шағирәнең шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарыуын да тамашасылар яратып ҡабул итте. Уларҙың да һәр береһе илһөйәрлек рухы менән һуғарылғайны. Осрашыу бик оҙаҡҡа һуҙылмаһа ла, күңелдәребеҙгә әллә күпме көс өҫтәне.

Был сәғәттәрҙә лә халыҡ Совет майҙанына ағылыуын дауам итә. Күләмле был сараны күптәрҙең күреп ҡалаһы килә.

Билдәле сәхнә йондоҙҙарының  ҡатнашыуы ла  халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.  Өфө халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн бөгөн Рәсәйҙең театр һәм кино актеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Дмитрий Дюжев менән осрашыу  билдәләнгән.

Автор фотолары.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: