Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Май 2023, 09:08

Махсус хәрби операциялағы яугир Лариса Абдуллинаның шиғырҙарын оҡшатҡан

Китап байрамында шағирәнең китабының исем туйы уҙҙы.    

Махсус хәрби операциялағы яугир Лариса Абдуллинаның шиғырҙарын оҡшатҡан
Махсус хәрби операциялағы яугир Лариса Абдуллинаның шиғырҙарын оҡшатҡан

Халыҡ-ара "Китап байрамы" сиктәрендә шағирә, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаның "Заманым йыры" китабының исем туйы уҙҙы.

Шиғырҙар йыйынтығы махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙ өсөн махсус нәшерләнгән, унда ил тойғоһо, рух, халыҡ, Тыуған ил, мөхәббәт хаҡындағы шиғырҙар тупланған.

Исем туйында Александр Доставалов исемендәге батальон яугире "Томан" ҡатнашты, Лариса Хашим ҡыҙы уға имен-аман йөрөп ҡайтыуын теләне. Сарала рухлы йырҙары менән автор-башҡарыусы Филүс Бөркөт тә сығыш яһаны.

Фото vk.com/journal_akbuzat

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: