Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Май 2023, 09:04

Китап байрамы йыл һайын уҙғарыласаҡ

Сараны ябыу тантанаһында Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.

Китап байрамы йыл һайын уҙғарыласаҡ
Китап байрамы йыл һайын уҙғарыласаҡ

Өс көн буйы дауам иткән “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһен ябыу танатанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Өфөнөң Совет майҙанында 26 майҙа башланған фестиваль Рәсәй һәм Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан республикаларынан 140-тан ашыу нәшриәтте, китап магазиндарын, шәхси букинистарҙы, яҙыусыларҙы тупланы. Төбәк Башлығы йәрминкә майҙансыҡтары менән танышҡандан һуң, китап  байрамының кәрәкле булыуын билдәләне.

- Был өс көн тиҙ үтеп китте. Байрам ҡыҙыҡлы булды. Бик күп халыҡ, айырыуса балалар күп килде. Беҙҙең өсөн йәш быуындың уҡыуға ынтылышы мөһим.

Был форум-байрамды  йыл һайын уҙғарырға тигән ҡарар ҡабул иттек һәм, бөгөнгө байрамды йомғаҡлап, һеҙҙе киләһе йыл май айының һуңғы көндәрендә үтәсәк Китап байрамына саҡырам. Ул тағы ла күләмлерәк һәм сағыуыраҡ буласаҡ. Илебеҙ өсөн ябай булмаған осорҙа ошондай изге байрамдар уҙғарыу  беҙгә  кәрәк. Бер нимәгә ҡарамай, беҙ үҫергә, балалар тәрбиәләргә, илебеҙҙең иң яҡшы төбәге булырға тейешбеҙ, - тине республика Башлығы. – Көҙөн Башҡортостанда  Рәсәйҙә етештерелгән балалар уйынсыҡтары һәм  өҫтәл уйындары индустрияһы форумын уҙғарасаҡбыҙ. Сентябрь айында үткәреләсәк был сараға ла һеҙҙе саҡырам.

Китап байрамы сиктәрендә төбәк етәксеһе Башҡортостан Башлығының махсус бүләген дә тапшырҙы. Был призға “Беларусь” республика унитар нәшриәте “XVI–XXI  быуатта Беларусь халыҡ сәнғәте” китабы өсөн лайыҡ булды. Радий Хәбиров был награданы нәшриәттең реклама бүлеге мөдире Анжела Садовскаяға тапшырҙы.

Китап байрамын ябыу тантанаһында Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт  буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова ла ҡатнашты һәм китап йәрминкәһенең ойоштороу кимәлен юғары баһаланы.

- Өфө донъя кимәлендәге ваҡиғаларҙы уҙғарыусы үҙәккә әүрелеүен тағы ла бер иҫбатланы.  Яҙыусылар ҙа, нәшриәтселәр ҙә, уҡыусылар ҙа - береһе лә ситтә ҡалманы. Фестивалдең йыл һайын ойоштороласағын да халыҡ һөйөнөп ҡабул итте. “Уҡыған ил уңыр, уҡымаған – туҙыр” тигән халыҡ. Беҙҙең күп милләтле, уҡырға яратҡан Рәсәйҙең артабан да сәскә атырына ышанабыҙ, -тине ул.

Китап байрамын ябыу тантанаһы тағы ла бер  матур осрашыу менән иҫтәлекле булды. Билдәле  театр һәм кино актеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Дмитрий Дюжев башҡарыуындағы “Евгений Онегин” моноспектален халыҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны, тыңланы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: