Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Май 2023, 19:29

Әбеш ауылынан Аҡсәскә Әбделмәнова – Башҡортостан картаһын сиккән оҫталарҙың береһе

    

А.Әбделмәнованың шәхси архивы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.
Фото:А.Әбделмәнованың шәхси архивы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.

Баш ҡалабыҙ Өфөлә «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә «Башҡортостандың сигелгән картаһы» республика проектының презентацияһы уҙҙы.

Республика Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, туҡымала муниципалитеттарҙың тәбиғәт ҡомартҡыларын, уларҙа йәшәгән халыҡтарҙың уникаль традицияларын да күрергә мөмкин.

Картала республиканың 54 муниципаль районы һүрәтләнгән. Эштә ярым аҫыл таштар, сәйлән, таҫмалар, күн, кейеҙ, алтын, көмөш ептәр һәм сигеү техникаһы файҙаланылған.

Республика халыҡ ижады үҙәгенән сигеү оҫталарына, шул иҫәптән Әбеш ауылынан Аҡсәскә Әбделмәноваға рәхмәт хаты тапшырылды. Аҡсәскә Рәсүл ҡыҙы Хәйбулла районы картаһын сиккән. 

–Хәйбулла картаһында район биләмәһендә йәшәгән үҫәргән һәм түңгәүер ырыуҙары башҡорттарына хас булған тамғалар, башҡорт орнаменттары төшөрөлгән. Хәйбулла гербында һәм флагындағы символыбыҙ дала бөркөтө – бында ла үҙәк урынды алды. Һүрәтен Аҡъярҙа йәшәүсе рәссам яһаны, ә мин сигеү эштәрен башҡарҙым. Был республика проектында ҡатнашыуыма шатмын, – тине Аҡсәскә Рәсүл ҡыҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостандың сигелгән картаһы» — Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, республика райондары һәм сигеү оҫталарының Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырған проекты.

Әбеш ауылынан Аҡсәскә Әбделмәнова – Башҡортостан картаһын сиккән оҫталарҙың береһе
Әбеш ауылынан Аҡсәскә Әбделмәнова – Башҡортостан картаһын сиккән оҫталарҙың береһе
Әбеш ауылынан Аҡсәскә Әбделмәнова – Башҡортостан картаһын сиккән оҫталарҙың береһе
Әбеш ауылынан Аҡсәскә Әбделмәнова – Башҡортостан картаһын сиккән оҫталарҙың береһе
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: