Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Май 2023, 09:15

28 оҫта Башҡортостан картаһын сиккән

Ә уларҙың береһе кем икәнен белеп аптыраныҡ һәм һоҡландыҡ...

28 оҫта Башҡортостан картаһын сиккән
28 оҫта Башҡортостан картаһын сиккән

“Китап байрамы”нда Башҡортостандың сигелгән картаһын күрһәттеләр. Уны 28 оҫта эшләгән. Иң йәше – Баймаҡ районынан  16 йәшлек Таңсулпан Ҡотлоғужина, ә иң өлкәне – Йылайырҙан 74 йәш Рәйсә Янбаева. Картаның яртыһын Ғәбиҙә Вәлиева сиккән. 

Оҫтабикәләрҙең береһе - беҙҙең "Башҡортостан" гәзитенең хеҙмәткәре Таңсулпан Байтимерованың (Таңсулпан Рәсүл) бер туған апаһы Аҡсәскә Әбделмәнова! Ул турала бөгөн генә белеп ҡалдыҡ. 

Республика картаһы Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһы булышлығында эшләнгән. Артабан ул август айында “Сигелгән Рәсәй” Бөтә Рәсәй фестиваленә алып барыласаҡ, һуңынан райондар буйлап йөрөтөләсәк һәм Милли музейҙа күрһәтеләсәк. 

Фото: Т. Рәсүл.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: