Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Май 2023, 17:57

Ҙур мәҙәни-рухи ваҡиға

«Китап-байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда фестивалдең төп бурыстары һәм республиканың мәҙәни тормошонда уның роле хаҡында һөйләне

Ҙур мәҙәни-рухи ваҡиға
Ҙур мәҙәни-рухи ваҡиға

Кисә, 26 майҙа «Китап-байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда фестивалдең төп бурыстары һәм республиканың мәҙәни тормошонда уның роле хаҡында һөйләне.

- Фестивалдең беренсе көнө бик мөһим. Өфөлә ҡыҙыҡлы саралар үтә. Сарала ҡатнашыусылар даирәһенең бик киң булыуы мөһим. Бында китап нәшер итеүселәр һәм әҙәби клубтар күп. Беҙгә Көньяҡ Африка Республикаһынан, Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан, Белорусь Республикаһынан делегациялар килде. Ҡунаҡтар араһында Беларусь Республикаһынан Беларусь Яҙыусылар союзы рәйесенең беренсе урынбаҫары Елена Анатольевна Стельмах та бар. Йәрминкә өс көн барасаҡ, һәм беҙҙең маҡсат - китап менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн уның программаһына мөмкин тиклем күберәк балаларҙы йәлеп итеү. Совет майҙанында шулай уҡ ҡыҙыҡлы саралар күп.

Бынан тыш, фестиваль танылған шағир һәм яҙыусыларыбыҙға ла сығыш яһарға мөмкинлек бирҙе. Улар майҙансыҡта үҙҙәренең әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыясаҡ. Бер үк ваҡытта күргәҙмә йәш мәҙәниәт һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәренең сығышы өсөн тәүге сәхнә буласаҡ. Бында ошондай бихисап ваҡиғалар була. Фестивалдә китаптарҙың исем туйҙары үтә. Унда шулай уҡ билдәле артистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Әлбиттә, китап баҫтырыу тармағының сәскә атыуы мөһим. Китаптар һатып алыу, яңы ҡорамалдар, мәҫәлән, «Китап» нәшриәтенә һатып алыу мөмкинлеге булһын өсөн. Дөйөм алғанда, бөгөнгө фестиваль - ул мәҙәни, юғары әхлаҡи күп ваҡиғалы тарих, үҫеп килгән быуын өсөн мөһим, - тине Радий Хәбиров

Журналистарҙың Башҡортостандың Милли музейына Ғосман Ҡөрьәненең күсермәләрен тапшырыу һәм башҡа мөһим ваҡиғалар тураһындағы һорауына төбәк етәксеһе түбәндгеләрҙе билдәләне:

- «Китап-байрам»да бик күп сюрприздар буласаҡ. Әлбиттә, Ҡөрьән тапшырыу  - минең өсөн иң мөһим ваҡиға. Ысын изге ҡулъяҙма Үзбәкстанда һаҡланған. Төркөстандағы хәрби хәрәкәттәр ваҡытында ул Санкт-Петербургка оҙатыла, унан һуң мосолмандар йыйылышы үтенесе буйынса 1918-1923 йылдарҙа Өфөлә һаҡлана. Һуңынан Үзбәкстан үтенесе буйынса ошо китапты Ташкентҡа ебәрҙек. Әммә ул беҙҙә һаҡланды бит, һәм беҙгә ҡануни ҡулъяҙма булып торған был Ҡөрьәндең күсермәһен тап үҙебеҙҙә һаҡлау мөһим. Ул берҙән-бер данала эшләнгән һәм алтын менән яҙылған. Уны бар донъяға билдәле каллиграфия оҫтаһы һәм Изге Яҙманы яҡшы белгән Хәбибулла Солиев эшләгән. Уға ҙур рәхмәт. Шуға күрә китап йәрминкәһендә был минең өсөн иң мөһим ваҡиға. Әммә ошо көндәрҙә бында һәр кем күңеленә хуш килгән шөғөл табыр тип уйлайым.

 Фото: glavarb.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: