Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Май 2023, 17:56

"Китап байрамы" дауам итә

   

"Китап байрамы" дауам итә
"Китап байрамы" дауам итә

27 майҙа,  Өфөнөң Совет майҙанында Китап байрамы үҙ эшен дауам итә. Өс дауам иткән сараның программаһы бик бай, бында сит илдәрҙән, Рәсәй төбәктәренән һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең республиканан йәмғеһе 140-ҡа яҡын нәшриәт тәҡдим иткән баҫма продукцияны һатып алырға, төрлө ҡыҙыҡлы осрашыуҙарҙа ҡатнашырға, оҫталыҡ дәрестәре, концерттар ҡарарға һ.б. мөмкин.

Бөгөн дә байрамға килеүселәргә бай йөкмәткеле программа әҙерләнгән. 15.00 сәғәттә Совет майҙанындағы төп сәхнәлә Рәсәй Геройы М. Шайморатов исемен йөрөткән кластарҙа белем алған уҡыусылар араһында үткән "Тыуған төйәк тарихы - шиғырҙарҙа" конкурсының финалы башлана. Артабан ошонда уҡ башҡорт яҙыусылары үҙҙәренең әҫәрҙәрен уҡыясаҡ, сараға билдәле блогерҙар ҙа йәлеп ителә. 18.00 сәғәттән Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Даниил Спиваковский, Михаил Лабковский менән осрашыуҙар үтә. 20.00 сәғәттә М. Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән "Өс таған" нәфис фильмын ҡарарға саҡыралар. 

Колонналар залында байрамдың эшлекле өлөшө дауам итә. Бында милли нәшриәттәр, матбуғат баҫмалары вәкилдәре ҡатнашлығында "түңәрәк өҫтәл"дәр планлаштырылған. Һөйләшеүҙәр Рәсәйҙә нәшриәт эшмәкәрлегенең проблемаларына, уларҙы хәл итеү юлдарын барлауға, китап йәрминкәләре ойоштороуға, китапханалар эшмәкәрлегенә арнала. 

Совет майҙанындағы бәләкәй сәхнәлә лә матур саралар үтә. 11.00 сәғәттә йәш башҡарыусылар араһында донъя халыҡтарының һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының әкиәттәрен һөйләү буйынса "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы башлана. Ошонда уҡ бөйөк Александр Пушкиндың, Мостай Кәримдең шиғриәтенә арналған саралар ҡаралған. 14.00 сәғәттә Башҡортостандың йәш шағирҙары үҙҙәренең ижад емештәре менән уртаҡлашасаҡ. 

Майҙанда эшләгән лекторийҙарҙа 12.00 сәғәттән кискә тиклем психолог Наталья Сурьева, яҙыусы, психоаналитик Юлия Хәкимова, яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов, тележурналист Тимофей Баженов, комикстар оҫтаһы Андрей Дроздов менән осрашыуҙар үтә. Шулай уҡ башҡа майҙансыҡтарҙа ла ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, концерттар, балалар өсөн уйындар, йәштәр өсөн киске күңел асыу саралары гөрләп торасаҡ. 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: