Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Май 2023, 23:00

Владимир Мединскийға иҫтәлекле бүләк тапшырҙылар

Башҡорттарҙың батырлығын һүрәтләгән мәҡәлә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Владимир Мединскийға иҫтәлекле бүләк тапшырҙылар
Владимир Мединскийға иҫтәлекле бүләк тапшырҙылар

“Китап байрамы” йәрминкәһе ҡунағы – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ярҙамсыһы Владимир Мединскийға шағир һәм публицист Илья Эренбургтың башҡорттарҙың Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлыҡтары тураһында мәҡәләһе баҫылған “Красная Башкирия” (хәҙерге “Республика Башкортостан”) гәзитенең архив полосаһы күсермәһен тапшырҙылар.

Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән республика гәзит, журналдарында архив мәҡәләләренең күсермәләрен ҡарап сыҡты. Билдәле совет шағирҙары һәм яҙыусыларының “Республика Башкортостан” гәзитендә төрлө йылдарҙа донъя күргән яҙмалары, атап әйткәндә, 1942 йылда башҡорттарҙың батырлыҡтарын һүрәтләгән Илья Эренбургтың мәҡәләһе абруйлы ҡунаҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Фото: vk.com/clubrbgaz

Сығанаҡ: vk.com/clubrbgaz

 
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: