Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Май 2023, 08:57

«Китап байрамы»нда «Китап бүләк ит» һәм «Китаптың яңы тормошо» хәйриә акциялары үткәрелә

  

«Китап байрамы»нда «Китап бүләк ит» һәм «Китаптың яңы тормошо» хәйриә акциялары үткәрелә
«Китап байрамы»нда «Китап бүләк ит» һәм «Китаптың яңы тормошо» хәйриә акциялары үткәрелә

26-28 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында, «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә, «Китап бүләк ит» һәм «Китаптың яңы тормошо» хәйриә акциилары ойшторола. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының социомәҙәни эшмәкәрлек бүлеге етәксеһе Ирек Иманғәлин Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуы эфирында ошо хаҡта һөйләне.

Һәр кем балалар йорттары, дауаханалар, хоспистар, мәктәптәр һәм китапханалар өсөн китаптар тапшыра ала.

«Махсус йыйыу пункты асыла. Күп кенә нәшерселәр Өфө хосписына әҙәби йыйынтыҡтар тапшырырға теләк белдерҙе», — тип билдәләне эфир ҡунағы.

Фестивалдең киске программаһында — артист Даниил Спиваковский, Дмитрий Дюжев, Дарья Мороз башҡарыуында моноспектаклдәр һәм әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу.

Йәрминкәнең көндәлек эше Рәсәй һәм башҡорт әҙәбиәтенең классик әҫәрҙәре — «Кеше яҙмышы», «Өс таған», «Ал елкәндәр» буйынса нәфис фильмдар күрһәтеү менән тамамлана.

 

фото һәм сығанаҡ:Башинформ.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: