Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Май 2023, 22:52

Иң йәш оҫтабикәгә – 16 йәш

“Китап байрамы”нда Башҡортостандың тәүге сигелгән картаһын күрһәттеләр.

Иң йәш оҫтабикәгә – 16 йәш
Иң йәш оҫтабикәгә – 16 йәш

Бөгөн “Китап байрамы”нда Башҡортостандың тәүге сигелгән картаһын тәҡдим иттеләр. Уны бөтә республиканан 28 оҫта эшләгән.

Картала 54 муниципаль район сағыла, шуларҙың 26-һын – Ғәбиҙә Вәлиева, ҡалғандарын урындағы оҫталар сиккән, тип белдерҙе проект координаторы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлеге мөдире Зарина Хәсәнова.

Әйткәндәй, картаны төҙөүҙә ҡатнашҡан иң йәш оҫтабикә – Баймаҡ районынан Таңсулпан Ҡотлоғужинаға – 16, ә иң өлкәне – Йылайырҙан Рәйсә Янбаеваға – 74 йәш.

“Китап байрамы” йәрминкәһенән һуң карта 2023 йылдың авгусында уҙғарылған “Сигелгән Рәсәй” Бөтә Рәсәй фестиваленә юлланасаҡ, унан һуң район музейҙарында һәм Милли музейҙа күрһәтеләсәк. Мәғлүм булыуынса, проект Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылған.

 

Фото: “Республика Башкортостан” гәзите видеояҙмаһынан скриншот. // Валерий Шахов

Иң йәш оҫтабикәгә – 16 йәш
Иң йәш оҫтабикәгә – 16 йәш
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: