Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Май , 15:16

Бейеүҙәрҙә уның асылы

Бейеүҙәрҙә халҡыбыҙҙың тарихы ла, мәҙәниәте лә, көнкүреше һәм рухи фәлсәфәһе лә сағыла. Аҡъяр ауылынан талантлы бейеүсе Рәғиҙә Алсынова ошо тиклем илаһи хазинаны үҙ һәләте аша тамашасыға еткерә алыуы менән бәхетле.  

Бейеүҙәрҙә уның асылы
Бейеүҙәрҙә уның асылы

Учалы районы ҡыҙы Рәғиҙә Таймас ҡыҙы Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының хореография бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлағас,  З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының режиссура факультетында юғары белем ала. 2018 йылдан район мәҙәниәт йортонда хореограф булып уңышлы эшләй. Бер үк ваҡытта ул Й.Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбендә хореография класында уҡыта.

- Бейеү менән бала саҡтан шөғөлләнәм, ул минең өсөн тормош та, булмыш та, йәшәү рәүеше лә. 4 йәшемдән бейей башлағанмын. Бейеүҙәрҙе еңгәйем өйрәтә ине.  Өлкәндәр менән бергә ауылдар буйлап гастролдә йөрөгәнебеҙ хәтеремдә. Тағы ла үҙ йорттары янындағы эскәмйәлә ял итеп ултырыусы инәйҙәргә концерт ҡуя инек. Шуға күрә бала саҡта уҡ тормошомдо бейеү менән бәйләйәсәгемде белдем, - ти Рәғиҙә Таймас ҡыҙы.

Һәләтле бейеүсе Сибай филармонияһында эшләгән саҡта  Аҡъяр егете, буласаҡ тормош иптәше Артур Радик улын осратып, ғаилә ҡоралар һәм сал далалы Хәйбуллаға килен булып төшә. Әйткәндәй, Артур ҙа хореограф. Талантлы бейеүселәр ғаиләһендә Самира исемле сәскәләй ҡыҙ үҫә. Ул да ата- әсәһенә оҡшап, бейеүҙе үҙ итә. Рәғиҙә тормош иптәше менән бергә “Сиҙәм” халыҡ бейеүҙәре  ансамблен етәкләй. 

Мәҡәләм геройы балалар һәм йәштәр араһында бейеүселәр әҙерләүгә күп көс һала. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. “Сиҙәм” халыҡ һәм “Йондоҙсоҡ” өлгөлө балалар ансамблдәре менән төрлө кимәлдәге бәйге-фестивалдәрҙә ҡатнашып, призлы урындар алалар. Ансамблдәрҙең репертуары яңы бейеүҙәре менән тулыланып тора. Уның бейеү сәнғәте өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте хаҡында бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары һөйләй.

Тәжрибәле хореограф башҡорт бейеүҙәренән тыш, яҡут, лак, татар, чечен бейеүҙәрен һалған. Тағы ла ҙур фестивалдәрҙе асыуға һәм ябыуға бихисап сюиталар, флешмобтар әҙерләгән.

-Халыҡ йәшәһен, уның мәҙәниәте быуаттар араһында онотолоп ҡалмаһын өсөн ул тыуҙырған бейеүҙәрҙең юғалмауы шарт. Бейеүҙә халыҡтың йәшәү рәүеше, рухи ҡиммәттәре, холоҡ-фиғеле - барыһы ла сағылыш таба. Бейеү – һәр дәүерҙә лә иң юғары сәнғәт өлгөһө булып ҡаласағына иманым камил,- ти Рәғиҙә Алсынова.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 21-се һанында.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас в