Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Май 2023, 22:58

Байрамға китапханасы-робот килгән

Наум кешеләрҙе хәтерләп ҡала, йәшенә, ҡыҙыҡһыныуына ҡарап, махсус әҙәбиәт тәҡдим итә.

Байрамға китапханасы-робот килгән
Байрамға китапханасы-робот килгән

Баш ҡаланың Совет майҙанында башланған Китап байрамында халыҡ китапханасы-робот Наумды уратып алды. Башҡортостандағы берҙән-бер бындай робот Стәрлетамаҡ районының модель китапханаһыныҡы.

Наум - Рәсәй ғалимдары уйлап сығарған экземпляр. Ул кешеләрҙе хәтерләп ҡала, йәшенә, ҡыҙыҡһыныуына ҡарап, махсус әҙәбиәт тәҡдим итә. Хатта күрәҙәлек итә.

Стәрлетамаҡ районының Наумовка модель китапхананың әйҙәүсе китапханасыһы Наталья Макарова билдәләүенсә, Наум уларҙа былтырҙан эшләй һәм, ул килеү менән, китап уҡыусы балалар һаны ике-өс тапҡырға артҡан.

Автор фотоһы.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: