

Кәкүк сәйе - башҡорттарҙың боронғо йола байрамы. Ул күҙгә күренеп бармаған матур тауышлы кәкүк ҡошона арналған. Байрам көндө тантаналы кейенгән ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар тау битенә йәки йылға буйына, ҡай саҡ йорт янындағы туғайҙа йыйылған.
Мәмбәт ауылы клубы хеҙмәткәрҙәре, "Туржы ынйылары" ансамбле менән берлектә, Маҡан, Сәғит ауылы ағинәйҙәренә матур "Кәкүк сәйе" яҙғы байрамын ойошторҙолар. “Кәкүк сәйе”нең тарихы менән таныштырып, төрлө йомаҡтар ҡойоп, шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырланылар. Байрамға килеүселәр ҙә ижади күстәнәс -- йырҙарын йырлап, изге теләктәрен еткерҙеләр. Байрамда ҡатнашыусылар "Аҡ тирәк күк тирәк" , "Көйәнтә менән һыу ташыу" , "Наза" уйындарын бик яратып уйнанылар. Ошо байрамды ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Ил-йортобоҙ имен, һәр беребеҙ һау сәләмәт булайыҡ! Байрамдан һәр кем күтәренке кәйефтә ҡәнәғәт булып таралышты.