МӘҘӘНИӘТ
24 Май 2023, 18:18

Үҙ эшенең фанаты

Юлбарыҫ ауылында һәр кемгә асыҡ йөҙлө, китаптар, уның эстәлеге, үҙенең һөнәре тураһында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләгән китапханасы Гөлсинә Мәғәфүрова менән осраштыҡ.

Үҙ эшенең фанатыҮҙ эшенең фанаты
Үҙ эшенең фанаты

Китапхана ишеген асып инеүгә, һине, йылмайып, китапханасы ҡаршы ала икән, мотлаҡ унда ҡабат тартылаһың. Гөлсинә Ишмырҙа ҡыҙы ла нәҡ шундай.
--Гөлсинә Ишмырҙа ҡыҙы, ситтән ҡараһаң, китапханасы эше китап биреп тороу менән генә сикләнә кеүек. Уның эске яғына ла күҙ һалайыҡ әле.
--Китапханасы коллегаларым араһында китап биреп, китап уҡып ҡына ултырған бер кемде лә белмәйем. Беҙ, китапханасылар, ижад кешеләре — фотограф та, видеограф та, видео монтаж эшләүсе лә,  әртис тә, байрамдарҙы ойоштороусы ла,  маскарад костюмдарында уйнаусылар ҙа— беҙ ауылдың көҙгөһө. Социаль селтәрҙәрҙә китапхананың эшен яҡтыртып барабыҙ. Ауылда төрлө  саралар ойошторабыҙ, халыҡ менән бергә ҡайнайбыҙ.
--Ысынында бөгөнгө китапханалар, китап һаҡлағыс ҡына түгел, ә мәҙәни үҙәктәр. Шулай бит?

--Әлбиттә, шулай. Шул мәҙәни саралар уртаһында ҡайнап, китапҡа, баҫмаға, бигерәк тә милли баҫмаларға ҡағылышлы яңылыҡтар менән ауыл кешеләрен таныштыра барабыҙ.Тамсы тама-тама боҙ тишә тейҙәр бит, беҙ ҙә шулай инде.
--Гөлсинә Ишмырҙа ҡыҙы, Юлбарыҫ ауылында иң йәш һәм иң оло китап уҡыусылар кемдәр?

--Иң йәше Милә Вәхитова, ул 1-се класты тамамланы.
Иң олоһо 86-сы йәш менән барған Мәрйәм Юныс ҡыҙы Байғужина. Оло йәштә булһа ла, уның китаптан айырылғаны юҡ. Уға өйөнә алып барам.

Мәҡәләнең тулы вариантын "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитендә уҡығыҙ.

 

 

 

 

 





 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас